Ҡурай
+23 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
17 Сентября 2021, 07:49

Ағиҙелгә ҡунаҡҡа килеп, һайлауға барған

Бөгөн иртәнге сәғәт һигеҙҙә ҡаланың ете һайлау участоктары асылды. Иң беренселәрҙән булып унда, йола буйынса пенсионерҙар ашыҡты.

Ағиҙелгә ҡунаҡҡа килеп, һайлауға барғанАғиҙелгә ҡунаҡҡа килеп, һайлауға барған
Ағиҙелгә ҡунаҡҡа килеп, һайлауға барған

Мәҫәлән, 430-сы һайлау участкаһына беренсе булып 89 йәшлек Лидия Николаевна Голдина килде. Йәше ҙур булыуға ҡарамаҫтан, ул сәйәси ваҡиғаларҙан ҡалышмай, әүҙем гражданлыҡ позицияһында тора. Әйтергә кәрәк, ул Ағиҙелға Сарапулдан ҡунаҡҡа килгән, ваҡытында булған урында тауыш биреү өсөн ғариза яҙған. 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас