0 °С
Облачно


Бөгөн, 17 сентябрҙә, Башҡортостанда иртәнге сәғәт 8-ҙә барлыҡ һайлау участкалары асылды. Һәр кем Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә ашыға.
Яңауыл ҡалаһынан игеҙәктәр Әлфиә һәм Гөлфиә Миңлеғоловтар һайлауҙа беренселәй ҡатнаша.
«Бындай ҙур эштәрҙе беҙ ғаиләбеҙҙә һуңға ҡалдырырға күнекмәгәнбеҙ, шуға бөгөн үк килдек», - ти улар.