+13 °С
Облачно


Тәфкил Латып улы – Ағиҙел ҡалаһының беренсе төҙөүсеһе, ул бында 1980 йылдың ноябренән бирлә йәшәй. Ул Башҡорт атом электростанцияһының төҙөлөш управлениеһында эшләгән.
- Бөгөн тауыш бирергә килгән башҡорт гимназияһының бинаһын үҙгәртеп ҡороуҙа ла мин әүҙем ҡатнаштым. Бик матур бина килеп сыҡты, күп йылдар хеҙмәт итһен,- ти ул. – Һайлауҙарҙа гел ҡатнашырға тырышам. Кандидаттарҙың программаларын беләм, бөгөнгө һайлауым төптән уйланған – ышанған кандидаттарым өсөн тауышымды бирҙем.