Ҡурай
+20 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
18 Сентября 2021, 13:52

Район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов һайлауҙа үҙ тауышын бирҙе

Һайлауға — ғаилә менән

Район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов һайлауҙа үҙ тауышын бирҙеРайон хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов һайлауҙа үҙ тауышын бирҙе
Район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов һайлауҙа үҙ тауышын бирҙе

Бөгөн, 18 сентябрҙә, район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов үҙ тауышын бирҙе. 3411-се һайлау участкаһына (Йәштәр һарайында урынлашҡан – авт.иҫк.) Илшат Әғзәм улы тормош иптәше Илзирә Әнәс ҡыҙы менән килде.

— Илебеҙ киләсәге өсөн тауыш бирәбеҙ, — тине ул “Янаульские зори” гәзите корреспондентына. — Парламенттың ниндәй буласағы бары тик беҙҙән, һайлаусыларҙан, тора. Ә беҙ депутаттар итеп лайыҡлы һәм намыҫлы, Ватаныбыҙҙың патриоты булған, беҙҙең өмөттәрҙе аҡлай алыр кешеләрҙе күрергә теләйбеҙ.

Илшат Әғзәм улы яңауылдарҙы гражданлыҡ бурыстарын үтәргә өндәне.

Әйткәндәй, район хакимиәте башлығы әлеге участкала санитар хәүефһеҙлек саралары үтәлешен дә тикшерҙе.

Фото: Илдар Шәрипов/Янаульские зори

Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас