Ҡурай
+28 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
18 Сентября 2021, 02:05

Роман Сәхрәтов: Ни өсөн гражданлыҡ бурысын үтәү — һайлау участкаһына барыу һәм һайлауҙа ҡатнашыу мөһим?

Фекер

Роман Сәхрәтов: Ни өсөн гражданлыҡ бурысын үтәү — һайлау участкаһына барыу һәм һайлауҙа ҡатнашыу мөһим?Роман Сәхрәтов: Ни өсөн гражданлыҡ бурысын үтәү — һайлау участкаһына барыу һәм һайлауҙа ҡатнашыу мөһим?
Роман Сәхрәтов: Ни өсөн гражданлыҡ бурысын үтәү — һайлау участкаһына барыу һәм һайлауҙа ҡатнашыу мөһим?

Яңауыл халҡына теге йәки был социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә даими бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүсе, әүҙем гражданлыҡ позициялы кеше булараҡ билдәле Роман Сәхрәтов ни өсөн гражданлыҡ бурысын үтәү — һайлау участкаһына барыу һәм һайлауҙа ҡатнашыу мөһимлеге тураһында һөйләй:

—  Район, ҡала, республика һәм тотош илебеҙҙең киләсәк тормошо граждандарҙың һайлауҙарҙа ҡатнашыу-ҡатнашмауынан тора, — тип һанай ул. — Беҙгә нисек йәшәүебеҙ мөһим икән, балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ яҙмышына битараф түгелбеҙ икән, һәр беребеҙгә ҡағылышлы ваҡиғаларҙа ҡатнашырға бурыслыбыҙ.

Әйткәндәй, ул тәүгеләрҙән булып 3409-сы участкаға килеп, үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән.

— Һайлау участкаһы шәхси һаҡланыу саралары — битлектәр, перчаткалар, шәхси ручкалар һ.б. менән тәъмин ителгән. Шулай уҡ социаль дистанцияны үтәү ҙә мөһим. Беҙ, һайлаусылар өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған, — тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Роман Фәнис улы.

Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас