+11 °С
Ясно


Хәжәр Заһит ҡыҙы 1930 йылдың 1 апрелендә Татарстанда тыуған. «Һуғыш башланғанда, мин кескәй инем әле, әммә өлкәндәр менән бер тигеҙ колхоз ҡырҙарында тир түктем», - ти ул. Хәжәр Заһир ҡыҙы – өс бала әсәһе, уның бөгөн 7 ейәне, 12 бүләһе бар.
«Һайлауҙарҙы ҡалдырмайым, гел ҡатнашам, - ти ул. - Иң мөһиме – беҙ һайлаған кандидаттар илебеҙҙә тыныслыҡ булһын барыһын да эшләһен. Беҙгә, пенсионерҙарға, күп кәрәкмәй – илдә тыныслыҡ булһын, ашарға икмәк булһын. Йәштәргә эшләргә, үҫешергә, балалар тәрбиәләләргә мөмкинлектәр булһын».