Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
19 Сентябрь 2021, 15:23

Һайланылар ҙа, ағастар ҙа ултырттылар

Краснокамалар һайлау участкаларында әүҙем тауыш бирә. Ә Яңы Ҡайынлыҡ ауыл биләмәһендә был мөһим ваҡиғаны экологик акция менән бергә үткәрергә ҡарар иткәндәр.

Һайланылар ҙа, ағастар ҙа ултырттылар
Һайланылар ҙа, ағастар ҙа ултырттылар

Кисә Яңы Ҡайынлыҡ ауылында элекке ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар сүплеге территорияһында ауыл биләмәһе хакимиәте ағастар ултыртыу буйынса өмә ойошторған. Битараф булмаған граждандар, учреждение хеҙмәткәрҙәре һәм мәктәп уҡыусылары көсө менән 1000 ҡарағай ултыртылған.

Яңы Ҡайынлыҡ ауылы халҡы хеҙмәт һөйөүсәнлеге менән генә түгел, әүҙем гражданлыҡ позициялы булыуы менән дә айырылып тора. Һайлау участкаларында тауыш биреү әүҙем бара.

Һайланылар ҙа, ағастар ҙа ултырттылар
Һайланылар ҙа, ағастар ҙа ултырттылар
Һайланылар ҙа, ағастар ҙа ултырттылар
Автор: Лилия Насртдинова   
Читайте нас