Республика яңылыҡтары
23 Сентября 2021, 06:23

Туған тел уҡытыусыһына рәхмәт!

Мәктәптә өйрәнгәндән һуң, туған телегеҙҙе күпмегә яҡшыраҡ белә башланығыҙ? Милли әҙәбиәт уҡығандан һуң, белем офоҡтарығыҙ күпкә киңәйҙеме? «Туған тел уҡытыусыһына рәхмәт!» акцияһы сиктәрендә һәр уҡыусы туған телдәрҙе өйрәнеү әһәмиәте хаҡында һөйләп, үҙенең уҡытыусыһына рәхмәт һүҙҙәрен еткерә ала.

Туған тел уҡытыусыһына рәхмәт!Туған тел уҡытыусыһына рәхмәт!
Туған тел уҡытыусыһына рәхмәт!

Мәктәптә өйрәнгәндән һуң, туған телегеҙҙе күпмегә яҡшыраҡ белә башланығыҙ? Милли әҙәбиәт уҡығандан һуң, белем офоҡтарығыҙ күпкә киңәйҙеме?

Рәсәй Федерацияһының Туған телдәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеү фонды «Туған тел уҡытыусыһына рәхмәт!» акцияһын үткәрә. Сара 15 сентябрҙән 5 октябргә тиклем үтә һәм Уҡытыусылар көнөнә бағышлана. Уның сиктәрендә һәр уҡыусы туған телдәрҙе өйрәнеү әһәмиәте хаҡында һөйләп, үҙенең уҡытыусыһына рәхмәт һүҙҙәрен еткерә ала.

«Туған тел уҡытыусыһына рәхмәт!» акцияһында ҡатнашыр өсөн эссе яҙырға, туған тел уҡытыусыһы тураһында видеояҙма төшөрөргә, уҡытыусының фоторәсемен ҡуйырға һәм рәхмәт һүҙҙәре теркәргә кәрәк. Уҡытыусыға бағышланған шиғыр, йыр йә бейеүегеҙҙе лә күрһәтергә мөкин.

Ижади эш социаль селтәрҙәрҙә - «Инстаграм», «ВКонтакте» или ТikTok сәхифәләрендә #учительродногоязыка2021 #фондродныеязыки тигән хештегтар менән билдәләнергә тейеш. Акцияла 1-11 класс уҡыусылары ҡатнаша ала.

Иң ҡыҙыҡлы эштәр Рәсәй Федерацияһының Туған телдәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеү фондының, Рәсәй Мәғариф министрлығының, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министлығының социаль селтәрҙәрендә таратыласаҡ. Был акция беҙҙең күп милләтле илдәге барлыҡ туған тел уҡытыусылары өсөн ифрат яҡшы теләктәшлек сараһы буласаҡ.

 

Сығанаҡ: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:
Читайте нас