

“Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы буйынса. Хеҙмәт бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы, ҡаһарманлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн полицияның кесе лейтенанты Калинин Константин Михайловичты Батырлыҡ ордены менән бүләкләргә”, — тип хәбәр итә указ тексын матбуғат хеҙмәте. Унда шулай уҡ өлкән лейтенант Владимир Макаровтың “Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙағы ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнеүе лә билдәләп үтелә.
Калинин һәм Макаров полиция хеҙмәткәрҙәренән тәүгеләрҙән булып атыш урынына килеп етә. Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Макаров студенттарҙы эвакуацияларға ярҙам иткән, Ә Калинин вуз бинаһына ингән. Шунда ул ҡулына мылтыҡ тотҡан уға табан ҡаршы килеүсе егетте күреп ҡала. Полицейский унан ҡоралын ташлауҙы талап итә, әммә тегеһе хоҡуҡ һаҡсыһына табан ата. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәре табель ҡоралын ҡулланып, енәйәтсене ҡоралһыҙландыра. Һөжүм итеүсе йығылғас, полицейский уның янына йүгереп килеп, хәрәкәтләнеүен сикләп, ҡоралын, патрондарҙы һәм бысағын ала һәм уға беренсе ярҙам күрһәтә башлай.