Ҡурай
+17 °С
Ясно
Республика яңылыҡтары
29 Сентября 2021, 06:03

Радий Хәбиров Ҡаҙағстан премьер-министры Асҡар Мамин менән эшлекле осрашыу үткәрҙе

Һөйләшеүҙәр барышында улар төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә , шулай уҡ Урал (Жайык) йылғаһы ресурстарын рациональ файҙаланыу һәм һаҡлау мәсьәләләренә айырым иғтибар бүлде.

Радий Хәбиров Ҡаҙағстан премьер-министры Асҡар Мамин менән эшлекле осрашыу үткәрҙеРадий Хәбиров Ҡаҙағстан премьер-министры Асҡар Мамин менән эшлекле осрашыу үткәрҙе
Радий Хәбиров Ҡаҙағстан премьер-министры Асҡар Мамин менән эшлекле осрашыу үткәрҙе

Асҡар Мамин Ҡаҙағстан менән Башҡортостандың сауҙа-иҡтисади, инвестиция, транспорт-логистика, энергетика өлкәләрендә, ауыл хужалығында, сәнәғәт кооперацияһында һәм башҡа тармаҡтарҙа хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлеге булыуын билдәләне. Әйтәйек, 2021 йылдың ғинуар-июлендә Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында тауар әйләнеше күләме уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 20,2 процентҡа артып, яҡынса 200 миллион доллар тәшкил иткән.

Яҡтар Өфө менән Нур-Солтан араһында тура авиабәйләнеш асыу мөмкинлеген тикшерҙе.

Һөйләшеүҙәр барышында улар төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә , шулай уҡ Урал (Жайык) йылғаһы ресурстарын рациональ файҙаланыу һәм һаҡлау мәсьәләләренә айырым иғтибар бүлде.

«Бөгөн Ҡаҙағстан – беҙҙең Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе киңлегендә төп сауҙа-иҡтисади партнерыбыҙ. Ҡаҙағстан Республикаһы премьер-министры Асҡар Мамин менән осрашыуҙа компанияларыбыҙ продукцияһы экспортын арттырыу йүнәлештәрен тикшерҙек. Һүҙ сәнәғәт ҡорамалдары, агросәнәғәт комплексы продукцияһы, ауыл хужалығы техникаһы, медицина ҡорамалдары менән тәьмин итеү тураһында бара. Беҙ яңы берлектәге предприятиелар асыу менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Ошондай уңышлы тәжрибә бар», – тине Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы рәсми сәфәр менән Ҡаҙағстанға килде. Бында республиканың инвестиция һәм иҡтисади ҡеүәте менән таныштырыу сараһы, шулай уҡ Башҡортостан Конгресс-бюроһы вәкиллеген асыу тантанаһы була.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

 

 

Автор:
Читайте нас