

Бөгөн Рәсәйҙә Ололар көнө билдәләнә. Башҡортостанда ғына 1,157 миллион пенсионер йәшәй, уларҙың 142 меңе 80 йәште уҙған, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһенән.
Рәсәй Пенсия фонды бүлексәһендә белдереүҙәренсә, 80 йәше тулған пенсионерҙар арттырылған пенсия алыу хоҡуғына эйә. 6044,48 һум күләмендәге ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһына билдәләнгән түләү 80 йәшкә еткәс икеләтә артып, 12088,96 һум була.
«Пенсияны ҡабаттан иҫәпләтеү өсөн ғариза яҙырға кәрәкмәй», — тип белдерҙеләр Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһендә.