Ҡурай
+15 °С
Дождь
Республика яңылыҡтары
6 Октября 2021, 10:29

Рәсәйҙә яңы байрам — Атайҙар көнө булдырылды

Рәсәйҙәр уны октябрҙең һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләй

Рәсәйҙә яңы байрам — Атайҙар көнө булдырылдыРәсәйҙә яңы байрам — Атайҙар көнө булдырылды
Рәсәйҙә яңы байрам — Атайҙар көнө булдырылды

Рәсәй Президенты Владимир Путин илдә яңы байрам — Атайҙар көнөн булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Рәсәйҙәр уны октябрҙең һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләй, тиелә рәсми документта.

Быйыл байрам 17 октябргә тура килә.

Әйткәндәй, байрамды булдырыу идеяһын Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тәҡдим итте. Элекке балалар омбудсмены Анна Кузнецова ғаилә институтын нығытыу өсөн ошо башланғыс менән сығыш яһағайны.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас