Ҡурай
+16 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
7 Октября 2021, 15:53

Ағиҙел ҡалаһының 5-се балалар баҡсаһында «Шишмәкәй» бүлмәһе асылды

Тирмә, ҡурай, бәлеш, сәк-сәк, бал, ҡымыҙ... Хәҙер «Пин һәм Гвин» балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр  башҡорт  халҡының көнкүреш кәрәк-яраҡтарын, милли ризыҡтарын, кейемдәрен, музыка ҡоралдарын үҙ күҙҙәре менән күреп, тотоп ҡарай ала.

Ағиҙел ҡалаһының 5-се балалар баҡсаһында «Шишмәкәй» бүлмәһе асылдыАғиҙел ҡалаһының 5-се балалар баҡсаһында «Шишмәкәй» бүлмәһе асылды
Ағиҙел ҡалаһының 5-се балалар баҡсаһында «Шишмәкәй» бүлмәһе асылды

Бында Республика көнө алдынан «Шишмәкәй» тип аталҡан этно-мәҙәни үҫеш бүлмәһен астылар.

Был бүлмә экспонаттарын тәрбиәселәр үҙҙәре йыйған: музыка ҡоралдары (ҡурай, ҡубыҙ), милли кейемдәр, аш бүлмәһе кәрәк яраҡтары. Тоҙло ҡамырҙан бәлеш, ҡыҫтыбый, сәк-сәк муляждары эшләгәндәр. Республка картаһы төшөрөлгән кейеҙҙән һүрәт тә ижад иткәндәр.

Бүлмәне асыу сараһын тантаналы рәүештә үткәрҙеләр. Балалар символик ҡыҙыл таҫманы киҫеп инеп, йырҙар йырланы, шиғырҙар һөйләне. Тәрбиәсе Гөлнара Рәйес ҡыҙы Ғәлиева балалар өсөн экскурсия үткәреп, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре һәм ҡунаҡсыллығы тураһында бәйән итте. Тәрбиәсе тирмә, ҡурай, Салауат Юлаев тураһында һөйләне, башҡорт милли уйындарын өйрәтте.

Балалар тәрбиәсе телмәрен ҙур ҡыҙыҡныу менән тыңланы. Гөлнара Рәйес ҡыҙы һүҙҙәренсә, этник тема тәрбиә эшенең айырылмаҫ өлөшө булып тора, шуға ла «Шишмәкәй» бүлмәһе милли тәрбиә биреүҙә мөһим урын аласаҡ.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас