Ҡурай
+27 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
9 Октября 2021, 07:15

Ағиҙел тураһында шаярттылар

Ағиҙел ҡалаһы 2-се мәктәбенең «Black Jack» КВН командаһы Башҡортостан Республикаһы Юниор-лигаһының сирек финалына сыҡты.

Ағиҙел тураһында шаярттыларАғиҙел тураһында шаярттылар
Ағиҙел тураһында шаярттылар

Юниор-лиганың фестивале 3 октябрҙә Өфөлә үтте. Унда барлығы 27 команда ҡатнашты. Сезонда еңеүсе команда Анапала үтәсәк Халыҡ-ара КВН фестивалендә республика намыҫын яҡлаясаҡ.

Фестивалдә ҡатнашыу өсөн башта командалар сығыштырының видеояҙмаларын ебәргән. Уларҙы редколлегия ҡарап, төҙәтмәләр индергән. Ағиҙел командаһының сығышы өс минуттан артыҡ түгел, әммә ошо ваҡыт араһында улар жюриҙы һәм тамашасының көлдөрә алған.

Мәктәп командаһы ете егет һәм ике ҡыҙҙан тора. Улар 8-11 кластарҙа уҡыйҙар. Сығыштарырың төп темаһы итеп улар тыуған ҡала – Ағиҙелде алғандар. Команданың сығышын ютюбта ҡарарға була.   

 

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас