Ҡурай
+21 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
9 Октября 2021, 07:38

Радий Хәбиров Ағиҙел фотоларын күрһәтте

Ул социаль селтәрҙәрҙә «Ағиҙел тулҡындары» проекты буйынса төҙөкләндерелгән ҡала үҙегенең фотоларын күрһәтте.

Радий Хәбиров Ағиҙел фотоларын күрһәттеРадий Хәбиров Ағиҙел фотоларын күрһәтте
Радий Хәбиров Ағиҙел фотоларын күрһәтте

«Ағиҙел үҙәге бына ошондай хәҙер – сағыу, заманса. Федераль грант ярҙамында  беҙ «Ағиҙел тулҡындары» йәмәғәт урынын төҙөкләндерҙек. Бындай үҙгертеп ҡороуҙы беҙ  ҡалала йәшәүселәр менән бергәләп,  проект һәм эштәрҙе килешеп башҡарҙыҡ», - тип яҙҙы ул.

Һөҙөмтәлә Ағиҙел үҙәгендә спорт һәм уйын майҙансыҡтары, сәхнә менән амфитеатр, йәйәү йөрөү зоналары барлыҡҡа килде. Ҡала китапханаһы янында асыҡ һауала музей барлыҡҡа киләсәк. Быйыл үлән генә сәсеп етешеп булманы, ул эштәр яҙ еткәс башҡарыласаҡ.

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас