Ҡурай
+12 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Республика яңылыҡтары
10 Октября 2021, 16:02

Ҡуян мәктәбе уҡытыусыһы БР Башлығы грантына эйә булды

Грант йәш, перспективалы ауыл педагогтарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Ҡуян мәктәбе уҡытыусыһы БР Башлығы грантына эйә булдыҠуян мәктәбе уҡытыусыһы БР Башлығы грантына эйә булды
Ҡуян мәктәбе уҡытыусыһы БР Башлығы грантына эйә булды

Ҡуян урта мәктәбенең тарих, йәмғиәт белеме һәм тормош именлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Илшат Гәрәев Башҡортостан Республикаһының ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға гранттар конкурсында еңгән.

600 мең һум күләмендә йыллыҡ 100 грантты Радий Хәбиров 2019 йылдың июлендә ғәмәлгә индергәйне. Грант суммаһы 2020 йылда 690 мең һум тәшкил итте. Һәм ул йәш, перспективалы ауыл педагогтарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Шуны ла әйтергә кәрәк: уға ауыл ерендә урынлашҡан, халыҡ һаны 10 меңдән артмаған мәктәптәрҙә кәмендә ике йыл эшләүсе 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар дәғүә итә ала. Һәм быйыл грант алған 100 педагог араһында Илшат Фәүзи улы ла бар.

— Грант отоуымды белгәс, бик ҡыуандым, — ти ул. — Еңеүгә өмөтләндем, сөнки бик яҡшы әҙерләнгәйнем. Дөрөҫөрәге, конкурс критерийҙары буйынса бөтә документтарҙы әҙерләргә хеҙмәттәштәрем ярҙам итте, уларға ҙур рәхмәт. Бүләкләү тантанаһы Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында үтте. Наградаларҙы БР Башлығы Радий Хәбиров үҙе тапшырҙы. Грант отҡан 100 уҡытыусының был көндө 40-ы саҡырылғайны. Эксперттар төҙөгән рейтингыла мин туғыҙынсы урынға эйә булдым. Гранттарҙан тыш, мәғариф системаһында оҙаҡ йылдар эшләүсе педагогтарға был көндө дәүләт наградалары ла тапшырылды. Шуға күрә, лайыҡлы исем алыусылар менән бергә тороу айырыуса күңелле булды.

Автор:
Читайте нас