Ҡурай
+4 °С
Ясно
Республика яңылыҡтары
13 Октября 2021, 12:49

Ағиҙелдә Шәжәрә байрамы үтте

Файзуллиндар ғаиләһе тәрән тамырлы Сакаевтар нәҫеле тураһында бәйән итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ағиҙелдә Шәжәрә байрамы үттеАғиҙелдә Шәжәрә байрамы үтте
Ағиҙелдә Шәжәрә байрамы үтте

Рәзилә Камил ҡыҙы Файзуллина ҡала хакимиәтендә кадрҙар бүлеген етәкләй. Ул сығышы менән Благовар районынан. Уның атаһы бала саҡтан уҡ билдәле Сакаевтар нәҫеленән икәнен һөйләп килгән. Тора-бара был нәҫелдең тарихы менән Рәзилә ханымдың ире, элек Ағиҙел ҡалаһы прокуроры вазифаһын башҡарған, хәҙер адвокат булып эшләгән  Марат Мәғдән улы ҡыҙыҡһына башлаған.

Марат Мәғдән улы һөйләүенсә, Сакаевтар тураһында мәғлүмәттәр 13 быуаттан билдәле. Был бай мурза нәҫеле булған. Рәзилә Камил ҡыҙы бөгөнгө көндә һигеҙ быуынды барлағандарын әйтте. Уның ата-бабалары ике һуғышта – Uраждандар һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Туғандары араһында арзаҡлы шәхестәр бик күп: табип, режиссер, металлург, филолог, шахматсы, ғалим, композитор.

Файзуллиндар  ике ул тәрбиәләп үҫтерә. Өлкән улдары Азат һынлы сәнғәт менән мауыға, быйыл Балалао сәнғәт мәктәбен тамамлай. Шәжәрә байрамы үткән залда уның картиналары, кейеҙҙән, ағастан һәм башҡа материалдарҙан эшләнгән сувенирҙар күргәҙмәһе ойошторолғайны.

Сара ҡала китапханаһында үтте, пандемия арҡаһында  вакцина алыу сертификаты булған кешеләр генә саҡырылды, социаль аралыҡ һаҡланды.

Шәжәрә байрамы тураһында тулыраҡ мөғлүмәтте "Ҡурай" гәзитенең октябрь һанында уҡырһығыҙ.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас