Ҡурай
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
13 Октябрь 2021, 16:16

Краснокама районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ултырышы уҙҙы

Көн тәртибендә үтәсәк халыҡ иҫәбен алыу темаһы һәм мөһим һорауҙарҙың береһе — милләт мәсьәләһе ҡаралды.

Краснокама районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ултырышы уҙҙы
Краснокама районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ултырышы уҙҙы

Үткән аҙнала Краснокама районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ултырышы уҙҙы. Көн тәртибендә үтәсәк халыҡ иҫәбен алыу темаһы һәм мөһим һорауҙарҙың береһе — милләт мәсьәләһе ҡаралды. Был һорау, әлбиттә, һәр кем өсөн шәхсән, әммә иғтибарҙы тарихи факттар һәм ваҡиғаларға йүнәлтеү — йәмғиәттең бурысы. Һәм сер түгел, бөтә нәмә лә һәм һәр ваҡытта ла был тарихи факттарға нигеҙләнмәй.

Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Земфира Сәғитова Краснокама районының 1930 йылда элекке башҡорт вотчинниктары ерҙәрендә барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләне. Район территорияһында өс башҡорт — Гәрәй, Ҡырғыҙ, Йәнәй — ырыуҙары вәкилдәре йәшәгән. Иң күбе гәрәйҙәр булған. Уларҙың нәҫеле хәҙер Яңы Балтас, Яңы Уразай, Иҫке Уразай, Ҡуян, Яңы Бөртөк, Иҫке Бөртөк, Ҡыҙғау, Яңы Ҡабан, Яңы Ҡайынлыҡ, Иҫке Ҡайынлыҡ, Яңғыҙнарат, Яңы Нуғай, Иҫке Әшит, Баръяҙыбаш, Таҡталасыҡ, Баҫҡытау, Яңы Йәнйегет, Иҫке Йәнйегет, Яңы Аҡтанышбаш, Мерәҫ, Яңы Мошто ауылдарында йәшәй. Райондың Гәрәй ырыуы ауылдарына 18-се быуаттың икенсе яртыһында нигеҙ һалына, сөнки уларҙың күп өлөшө Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында гәрәйҙәрҙең төп биләмәләренән сығып урынлаша.

Шунда уҡ Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында Йәнәй башҡорттары Йәнәй-Эткенә, Сауыҙбаш, Сауыҙ ауылдарын булдырған. Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары Иҫке Мошто, Уртауыл ауылдарына нигеҙ һалған.

Краснокама районы башҡорттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе Радик Бәхтиев тарафынан тәҡдим ителгән шул уҡ атамалы китаптан алырға мөмкин. Әлеге фәнни-белешмә баҫмаһында архив документтары нигеҙендә Краснокама районының һәр башҡорт ауылы тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт килтерелә, халыҡ иҫәбен алыуҙың X ревизия белешмәләре, 1917 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәғлүмәттәре, шулай уҡ Краснокама районының башҡорт ауылдарына ҡарата Ырымбур дини магометан йыйылышының метрик китаптары баҫтырыла.

Яңы Ҡайынлыҡ ауыл Советы биләмәһе башҡорттары-гәрәйҙәр үҙ тамырҙарын хәтерләй һәм милли байлыҡтарын һаҡлап ҡалырға һәм уны киләсәк быуындарға тапшырырға тырыша. Был нисек башҡарыла һуң? Ул турала ауыл биләмәһе башлығы Айнур Мусин телмәренән билдәле булды. Ауыл биләмәһе Башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү, үҫтереү һәм һаҡлау үҙәге булып тора. Бирелә районда берҙән-бер “Йәдкәр” ҡурайсылар ансамбле ойошторолған, ул “өлгөлө” исемен яулаған. Был исемгә “Ағиҙел” бейеү ансамбле лә эйә. 85 йәшкә тиклем үҙешмәкәр артистар ҡатнашҡан “Аҫылйәр” фольклор коллективы бөтә районға билдәле. Улар йырлап, бейеп, йолалар күрһәтеп кенә ҡалмай, ә көнкүреш әйберҙәре йыя, иҫке йырҙар, мәҡәл, әйтемдәр өйрәнә. Биләмәлә бик күңелле итеп “Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе”, “Ҡаҙ өмәһе” фольклор байрамдары, шулай уҡ Ураҙа ғәйете, Ҡорбан ғәйете кеүек дини байрамдар ойошҡан төҫтә үтә. Фольклор йолаларҙы, мәҫәлән, никах уҡытыуҙы, гәрәйҙәрҙе Башҡортостан юлдаш телевидениеһы бер нисә тапҡыр төшөргән.

Яңы Бөртөк мәктәбе директоры Рөстәм Әхтәмов белем усағында башҡорт телен өйрәнеү нисек ойошторолоуы тураһында һөйләне. Үткән уҡыу йылында районда 1-се урын алған айырым кабинет, аудио- һәм видеоҡулланмалар, ә иң мөһиме — эштең сифатына өҫтөнлөк биргән уҡытыусы бар. Рөстәм Әлфәрит улы дәрестәрҙә уҡытыусыларҙың тыуған яҡты өйрәнеү материалдарын әүҙем файҙаланыуын да билдәләп үтте. Музейҙарға экскурсиялар ойошторола. Белем усағында “Фольклор” берекмәһе эшләй. Мәктәп уҡыусылары “Урал батыр” эпосын һөйләүселәр район конкурсында бер нисә тапҡыр призер булған, ә Илнар Миңнулин эпостан өҙөктө башҡорт, татар, рус, инглиз телдәрендә һөйләп, республика конкурсында еңгән.

Ҡоролтай ултырышында коронавирус ауырыуының сираттағы тулҡыны шарттарында үтәсәк халыҡ иҫәбен алыуҙың ауырлыҡтары тураһында ла һүҙ барҙы. Әйткәндәй, нәҡ пандемия сәбәпле, был сара үткән йылда билдәләнгән план буйынса үтмәне, тик ул барыбер “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2020” тип аталасаҡ. Теҙмә буйынса, тип әйтергә кәрәк.

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Мусин залда ултырыусы ауыл биләмәләре башлыҡтарын, мәктәп директорҙарын, йәмәғәтселек вәкилдәрен халыҡ араһында иҫәп алыу мәғлүмәттәренең илебеҙҙең социаль-иҡтисади үҫешендә мөһимлеге тураһында аңлатыу эштәре алып барырға өндәне. Һүҙ уңайынан, был Рәсәй тарихында ун икенсе халыҡ иҫәбен алыу. Һәм цифрлы форматта үтәсәк — тәүге сара.

Краснокама районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ултырышы уҙҙы
Краснокама районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ултырышы уҙҙы
Краснокама районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ултырышы уҙҙы
Автор: Ирина Валиева
Читайте нас