Ҡурай
+8 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
15 Октября 2021, 09:24

Ағиҙел педагогы социаль проекты менән Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнаша

Башҡорт гимназияһының ойоштороусы педагогы Лениза Фәтхетдинова ”АвтоБабуШкола” проекты аша юл фажиғәләре ҡорбандары булған  балалар һанын кәметеү проблемаһын күтәрә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ағиҙел  педагогы социаль проекты менән Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнашаАғиҙел  педагогы социаль проекты менән Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнаша
Ағиҙел педагогы социаль проекты менән Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнаша

Педагог күп кенә пенсионер олатай-өләсәйҙәрҙең ейәндәрен машинала ултыртып йөрөтөүенә иғтибар иткән. Уныңса, ошо олатай-өләсәйҙәр балаларға юл ҡағиҙәләрен өйрәтһә, уҡытыусыларға ла, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙарына ла ярҙам булыр ине.

Үҙенең проектын педагог ”Йәш күңеллеләр” тип аталған көмөш волонтерҙар конкурсына ебәргән. Был конкурста илдең 85 төбәгенән 3542 проект ҡатнашҡан, уларҙың 64-те финалға сыҡҡан, шул иҫәптән Лениза Әбел ҡыҙыныҡы.

”Социаль проект” номинацияһында ҡатнашҡан Лениза Әбел ҡыҙы Төмән ҡалаһында үткән фестивалгә саҡырыла. Уның проекты грантҡа эйә булмаһа ла, юғары баһа ала. Лениза Фәтхетдинова фестивалдән төрлө идеялар менән тулып, илһамланып ҡайта.  

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас