Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
16 Октябрь 2021, 14:35

Инеү — белешмәләр буйынса ғына

12 октябрҙән шәхси милектә булған сауҙа үҙәктәре (комплекстар), музейҙар, күргәҙмә залдары, китапханалар, театрҙар, кинотеатрҙар, концерт залдары, мәҙәниәт йорттарына (һарайҙары) инеү, шулай уҡ ҡала-ара автобустарҙа һәм “Орлан” ҡала яны поездарында йөрөү COVID-19-ға ҡаршы вакциналау үтеү тураһындағы сертификат, алты ай дауамында коронавирус менән ауырымаған тигән һәм 27 октябргә тиклем ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе тураһында белешмә булғанда ғына мөмкин.

Инеү — белешмәләр буйынса ғына
Инеү — белешмәләр буйынса ғына

Николо-Березовка ауылы буйынса сираттағы рейд барышында составында район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре булған комиссия вакциналау тураһындағы QR-код, сертификат һәм ПЦР-тест нәтижәләренән башҡа инеү тыйылған сауҙа үҙәктәрен һәм мәҙәниәт учреждениеларын тикшерҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 12 октябрҙән шәхси милектә булған сауҙа үҙәктәре (комплекстар), музейҙар, күргәҙмә залдары, китапханалар, театрҙар, кинотеатрҙар, концерт залдары, мәҙәниәт йорттарына (һарайҙары) инеү, шулай уҡ ҡала-ара автобустарҙа һәм “Орлан” ҡала яны поездарында йөрөү COVID-19-ға ҡаршы вакциналау үтеү тураһындағы сертификат, алты ай дауамында коронавирус менән ауырымаған тигән һәм 27 октябргә тиклем ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе тураһында белешмә булғанда ғына мөмкин.

Район тыуған яҡты өйрәнеү музейында комиссияны үткәрергәме-юҡмы тип, тәүҙә аптырап ҡалдылар, инеү хәҙер QR-код (сертификат йәки ПЦР-тест) буйынса булғанлыҡтан, уны күрһәтеүҙе һоранылар. Ә дезинфекция саралары һәм битлектәр ингән ерҙә даими тора.

QR-кодты күрһәтеү сауҙа үҙәктәрендә булған магазиндарға ла мотлаҡ. Шуға күрә, әйтәйек, айырым торған аҙыҡ-түлек магазинына барыу өсөн бары битлек етһә, сауҙа үҙәгендә урынлашҡан аҙыҡ-түлек магазинына инеү өсөн вакциналау тураһында QR-код, сертификат йәки ПЦР-тест нәтижәһен күрһәтергә кәрәк. Был хаҡта “Универмаг”ка килеүселәр белмәгәндер, күрәһең. Сауҙа үҙәгенә килеүселәрҙең әлеге документтары булыу-булмауын тикшереүҙе йөкләгән ҡатынға талапты бер нисә тапҡыр аңлатырға тура килә, ә кәрәкле документтары булмаған һатып алыусыларҙы бинаға индермәҫкә кәрәк.

Шулай итеп, комиссияның төп иҫкәртеүе — кешеләргә вакциналау тураһында QR-код, сертификат һәм ПЦР-тест нәтижәләре булғанда ғына бинанан файҙаланыуҙы тәъмин итеү. Был талапҡа халыҡ күнегеп өлгөрмәне әле.

Автор: Лилия Насртдинова   
Читайте нас