Ҡурай
+16 °С
Ясно
Республика яңылыҡтары
17 Октября 2021, 13:27

Саңғы юлын көҙҙән әҙерләйҙәр

Юҡҡа ғына «Арбаны - ҡыштан, сананы йәйҙән әҙерлә” тимәйҙәр. Ошо әйтемде иҫтә тотоп, Ағиҙел ҡалаһының физкультура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге саңғы трассаһында өмә ойошторҙо.   

Саңғы юлын көҙҙән әҙерләйҙәрСаңғы юлын көҙҙән әҙерләйҙәр
Саңғы юлын көҙҙән әҙерләйҙәр

Ағиҙелдәрҙең ҡыш көнө иң яратҡан урыны – ҡарағай урманы. Унда саңғысылар ҙа, йәйәүлеләр ҙә ял итергә ярата. Саңғы ярыштары ла ошо урманда үтә.

Йәй буйына саңғы трассаһында үлән үҫә, ағастар үҫентеләре сыға. Уларҙы таҙартмаһаң, ҡыш көнө саңғыла йөрөп булмай.

Шуға ла был шәмбелә бында ҙур өмә үтте. Спорсылар, ирекмәндәр, тренерҙар балта, бысҡы, салғы, газон ҡырҡҡысстар менән ҡоралланып, трассаны таҙарттылар. Хәҙер ҡар яуғанын ғына көтәһе ҡалды.

Фото: https://vk.com/ofksmp_agidel?w=wall-130254602_6543

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас