Ҡурай
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
21 Октябрь 2021, 14:43

Башҡортостан халҡы башҡорт балы, ҡымыҙы һәм ҡаҙылыҡ өсөн тауыштарын бирә ала

Төбәк аҙыҡ-түлек брендтарының «Рәсәй тәмдәре» милли конкурсында халыҡ тауыш биреүе башланды.

Башҡортостан халҡы башҡорт балы, ҡымыҙы һәм ҡаҙылыҡ өсөн тауыштарын бирә ала
Башҡортостан халҡы башҡорт балы, ҡымыҙы һәм ҡаҙылыҡ өсөн тауыштарын бирә ала

20 октябрҙән 7 ноябргә тиклем һәр төбәк халҡы үҙҙәренә оҡшаған өс брендҡа тауыш бирә ала. Бының өсөн сайтҡа үтергә һәм исемлектән төбәкте һәм брент атамаһын һайларға кәрәк.

«Башҡортостанда аҙыҡ-түлек брендтары традицион рәүештә һанап бөткөһөҙ, - тине БР хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов. – Төбәктә продукция етештереп кенә ҡалмайҙар, шулай уҡ унан тәмле һәм файҙалы аҙыҡ-түлек етештерәләр. Былтыр «Халыҡ тауыш биреүе» номинацияһында беҙгә призды урындарға саҡ ҡына ҡалған ине. Башҡорт балы еңеүенә бер аҙ ғына тауыш етмәне. Хәҙер беҙ ҡулдан ысҡынғанды кире тота алабыҙ».

Әле ярышта республиканы 15 бренды күрһәтә. Улар «Башҡорт өсмөйөшө», «Башҡорт талҡаны», «Башҡортостандан оҫталар шоколады», «Башҡорт соусы», «Башҡортостандан ҡаҡланған страус филеһы», «Башҡорт ҡымыҙы», «Башҡорт алкоголһеҙ балы», «Бөрйән солоҡ балы», «Федоровка ҡаҙы», «оҙаҡ ваҡыт тотолған Башҡорт сыры», «Башҡорт сей килеш ҡаҡланған ҡаҙыһы», «Башҡорт ҡорото», «Башҡорт баллы сыры», «Ҡорғаҙаҡ» минераль һыуы» һәм конкурстың былтырғы миҙгелендә «Бөтә илгә» номинацияһында бронза еңеүсеһе - «Башҡорт балы».  

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә барыһына ла республиканың яратҡан аҙыҡ-түлек брендтары өсөн тауыш бирергә саҡырҙылар.

Автор:
Читайте нас