Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
8 Ноябрь 2021, 15:38

Рәсәйҙә 8 ноябрҙән вакцинация тураһында яңы сертификаттар индерелә

Яңы сертификат рус һәм инглиз телдәрендә электрон форматта автоматик рәүештә тултырыла.

Рәсәйҙә 8 ноябрҙән вакцинация тураһында яңы сертификаттар индерелә
Рәсәйҙә 8 ноябрҙән вакцинация тураһында яңы сертификаттар индерелә

Дүшәмбе, 8 ноябрҙән, Рәсәй граждандары коронавирусҡа ҡаршы алынған прививка йәки сирҙе үткәреү тураһында яңы сертификатҡа эйә булырға мөмкин. Был хаҡта рәсми хоҡуҡ мәғлүмәт интернет-порталында хәбәр ителә.

Яңы сертификат рус һәм инглиз телдәрендә электрон форматта автоматик рәүештә тултырыла. Был прививканан һуң өс көндән дә һуңға ҡалмайынса башҡарылырға, ә элекке сертификаттар 2022 йылдың 1 мартына тиклем үҙгәртелергә тейеш.

Яңы сертификатта тулы исем-шәриф, тыуған көн, енес, адрес, страховка номеры, медицина страховкалау полисы, документ тултырылған көн күрһәтелә.

Шулай уҡ унда ревакцинация, прививка яһатырға ярамауы, COVID-19 сирен үткәреү тураһында мәғлүмәт була. Бынан тыш, сертификатта QR-код өсөн урын ҡарала.

Теләге булған граждандар яңы сертификатты ҡағыҙға баҫтырып алырға мөмкин, әммә бының өсөн күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ауыл ерендә йәки алыҫ биләмәләрҙә йәшәгәндәргә документты Рәсәй субъектының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге башҡарма властары тапшырырға тейеш.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас