Ҡурай
+5 °С
Облачно

Яңы шиғырҙар йыйынтығы сыҡты

Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе Рәйес Нәбиуллиндың яңы китабы сыҡты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы шиғырҙар йыйынтығы сыҡтыЯңы шиғырҙар йыйынтығы сыҡты
Яңы шиғырҙар йыйынтығы сыҡты

Рәйес Иҙиәтулла улы Ағиҙелгә бер нисә йыл элек күсенеп килде һәм шунда уҡ «Ағиҙел шишмәләре» әҙәби ойошмаһының әүҙем ағзаһы булып китте. Өлкән йәштә булыуға ҡарамаҫтан, ул үҙе яҙған шиғырҙары менән төрлө ҡала сараларында ҡатнаша, республика матбуғат биттәрендә баҫтырыла.
Ниһайәт, төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙарын туплап, «Йәшәйек белеп тормош ҡәҙерен» тип аталған йыйынтығын баҫтырып сығарҙы. Китаптың бер нисә данаһын ҡала китапханаһына бүләк итте.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас