

Китапхана хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, «Пушкин картаһы» программаһы буйынса үткәреләсәк сараларҙың сценарийҙары, положениелары про.культура.ру сайтында модерация үтә, эксперттарҙан хуплау алғас ҡына тормошҡа ашырыла башлай.
Сара ике команда ярышы формаһында үтте. Беренсе уйында 1-се мәктәптең 8А класы уҡыусылары ҡатнашты. Улар йәрәбә буйынса ике командаға бүленде. Командалар китапхананың төрлө бүлмәләрендә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс һынауҙар үттеләр. Һорауҙар Фән һәм технологиялар йылына, Башҡортостан Республикаһына, йәштәр телмәренә, билдәле артистарға, блогерҙарға бағышланғайны. Уйында ҡатнашыусылар һәр һынауҙы үткәндән һуң финал объектының бер өлөшөн алып, уйын аҙағында уны йыйҙылар, уның серен сисеп, һығымта яһанылар. Уҡыусылар уйындан бик ҡәнәғәт булдылар, аҙаҡ үҙҙәренең уңыш һәм хаталарына анализ яһанылар.
Уйындар 16 ноябрҙә башланып, 24 декабргә тиклем дауам итәсәк.