Ҡурай
+12 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
9 Декабря 2021, 16:11

Бөгөн - Ватан геройҙары көнө

9 декабрҙә Советтар Союзы Геройҙарын, Рәсәй Геройҙарын, Изге Георгий ордены һәм Дан ордены кавалерҙарын хөрмәтләйҙәр.

Бөгөн - Ватан геройҙары көнөБөгөн - Ватан геройҙары көнө
Бөгөн - Ватан геройҙары көнө

Ватан геройҙары көнө сағыштырмаса яңы байрам, был дата 2007 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы билдәләнә.

Ағиҙел ҡалаһының ике геройы бар. Шаһиев Абдулла Файзурахман улы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Советтар Союзы геройы. Руслан Константинович Холбан – ФСБ "Альфа" подразделениеһы капитаны, "Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн" ордены менән батырҙарса һәләк булғас бүләкләнгән.

Бөгөн Юнармиясылар һәм "Варяг" хәрби-патриотик клуб ағзалары Холбан стелаһын ҡарҙан та7артып, уға сәскәләр һалды, ҡалабыҙ геройҙарына бағышланған Батырлыҡ дәресендә ҡатнашты.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас