Ҡурай
+26 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
14 Декабря 2021, 10:37

Ағиҙелдә башҡорт теле көнөн билдәләйҙәр

14 декабрь республикала Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, Башҡорт теле көнө билдәләнә.

Ағиҙелдә башҡорт теле көнөн билдәләйҙәрАғиҙелдә башҡорт теле көнөн билдәләйҙәр
Ағиҙелдә башҡорт теле көнөн билдәләйҙәр

Быйыл был сара тағы бер мөһим ваҡиға – башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу көнө менән тап килә. Шуға күрә Башкорт теле көнөн билдәләү идеяһы Аҡмулланың «Нәсихәттәр»ендәге әхлаҡи ҡиммәттәрҙе танып белеүгә һәм популярлаштырыуға бағышланған сараларға нигеҙләнде. 

Ағиҙел ҡалаһы башҡорт гимназияһының 5 класында үткән асыҡ дәресенә ҡунаҡҡа ҡала  хакимиәте башлығы Фәнис Ғилванов, уның социаль эштәр буйынса урынбаҫары Илүс Ялашев, мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Шурупова килде. Башҡорт теле уҡытыусыһы Фирүзә Зыязетдинова балаларҙы Мифтахетдин Аҡмулланың биографияһы менән таныштырҙы, уның ижадының әһәмиәте тураһында һөйләне. Балалар уның "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!" һәм "Нәсихәттәр" шиғырҙарын ятланы. 

- Мифтахетдин Аҡмулла мәктәп программаһы буйынса етенсе класта ғына өйрәнелә. Түбәнерәк кластарҙа мин был көндө шағир менән таныштырам, уның башҡорт мәҙәниәтендә тотҡан роле тураһында һөйләйем, - тине уҡытыусы Фирүзә Бәҙретдин ҡыҙы. 

 

 

Дәрестәр үткәреүҙә “Мәғариф” милли проекты буйынса алыған интерактив комплекс ярҙам итә. Ул бер юлы таҡтаны, проекторҙы, магнитофонды һәм компьютерҙы алыштыра. 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас