Был программа үткән йылда республика башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса эшләй башланы. Ағиҙел ҡалаһы башҡорт гимназияһына был маҡсаттан республика бюджетынан 322 мең һум аҡса бирелде. Был аҡсаға кәрәкле йыһаздар алынды. Ә ремонт эштәре ҡала бюджеты иҫәбенә башҡарылды.
Көрәш залында башланғыс кластарҙа өс физкультура дәресенең береһе үтәсәк. Физкультура уҡытыусыһы көрәш уҡытыу буйынса махсус курстар үткән.
Залды асыу тантанаһы Башҡорт теле аҙналығына бағышланған "Ете аҙым" марафонының йомғаҡлау көнөндә үтте. Ул "Башҡорт теле - батырҙар теле" тип аталған девиз аҫтында уҙҙы. Ата - бабалар рухын һаҡлап, атаҡлы көрәшселәр кеүек батыр ҙа, көслө лә булғылары килә уҡыусыларҙың. Көрәш - халыҡтың йәшәү көсөн, батырлығын, ҡөҙрәтен күрһәтеүсе спорт төрө.Уҡыусы балаларыбыҙ ҙа милли көрәш рухын һаҡлаһындар!