

17 декабрҙә Өфөлә Ата-әсәләрҙең республика форумы һәм Башҡорт тарихы йылы йомғаҡтары буйынса тантаналы саралар үтте.
Форумдың пленар өлөшөндә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының «Стратегик тикшеренеүҙәр институты» социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендәге Республика ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Эльвира Байназарова ҡатнашты.
Башҡорт тарихы йылында әүҙем ҡатнашыусыларҙы Почет грамоталары, “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән тәбрикләү тантанаһы үтте. Яңауыл районына ла Рәхмәт хаты тапшырылды, ә район ҡоролтайы башҡарма комитеты башлығы Рафаил Яхин миҙалға лайыҡ булды.
«Туған тел – изге аманат» республика ата-әсәләр форумында ҡатнашыусылар менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров осрашты.
Уның әйтеүенсә, Башҡортостанда башҡорт телен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә.
Башҡортостан Башлығы туған телде өйрәнеүҙә заман алымдары етешмәй, тип билдәләне. Башҡорт телен үҫтереү фонды яңы алымдар булдыра һәм был йүнәлештә эште дауам итеү зарур. Унан тыш, район-ҡалаларҙа туған телдә аралашыу урыны булған балалар-ата-әсәләр үҙәктәре будырыу мөһим, тине республика етәксеһе. Бынан тыш, тарихи иҫтәлектәрҙе мәңгеләштереү мөһим.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты,Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, 2020 йылда Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ҡабул ителгән, ул 2031 йылға тиклем иҫәпләнгән.
Осрашыу барышында Башҡортостан Башлығы форумда ҡатнашыусыларының һорауҙарына яуап бирҙе. Ул был сараны даими итеү башланғысын хупланы, уны Башҡорт теле уҡытыусылары форумы менән берләштергәндә тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ, тине.
Фото: glavarb.ru