

Баҡһаң, 1 ғинуарҙан башлап бөтә төҙөлгән тауҙар ҙа сертификатлы булырға тейеш икән. Тауҙың сертификаты булмаһа, яуаплы кешеләргә штраф һалынасаҡ. Бер тауға сертификат алыу 45 мең тора, сертификатлау өс ай буйына бара. Тимәк, ҡалала сертификатлы тау ҡуйғансы яҙ етәсәк.
Икенсе йылға балаларҙы тауһыҙ ҡалдырмаҫ өсөн ҡала хакимиәте Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашып, сертификатлы тау ҡуйырға тәҡдим итә. Хакимиәт "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге үҙенең сәхифәһендә халыҡтың фекерен һорап, һорау алыу ойошторған. Бөгөнгә 57,5 процент яуап биреүсе был идеяны хуплай. Балаларҙы тауһыҙ ҡалдырып булмай бит инде!