

«Зоренька» ансамблен «Иҙел» мәҙәниәт йортоноң визит карточкаһы тип атарға була. Был ансамбль сығышынан башҡа ҡалала бер мәҙәни сара ла үтмәй. Людмила Александровна ансамблде 2004 йылдан бирле етәкләй. Ансамбль республика кимәлендә генә түгел, бөтә Рәсәй конкурстары һәм фестивалдәре еңеүсеһе һәм лауреаты. Күп йылдар инде «Зоренька» халыҡ ансамбле исемен яҡлап килә. Был исем ансамблдең ҡаҙаныштарын юғары кимәлдә баһалауҙы аңлата. Ансамблдең репертуары йыл һайын үҙгәреп, байып торһон өсөн етәксе күп көс һала.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемен алыу – Людмила Бибикованың юғары ижади потенциалын иҫбатлау ул.