

Был социаль селтәрҙә яҙмалар һаны йылдан-йыл арта. 2019 йылда 180 пост яҙылһа, 2020 йылда уларҙың һаны икеләтә арта, ә үткән йылда 439 пост яҙыла.
Иң күп «лайк»тарҙы врач-педиатр Кафия Рузиева тураһында пост йыя. Уға 443 кеше «лайк» ҡуя. Иң күп комментарийҙар яҙыусы – Елена Петрова, ул 88 комментарий яҙған.
«Социаль селтәрҙәрҙә булыу – ул пиар йәки «ялыу кенәгәһен» уҡыу түгел ул, ә минең вазифамдың бер өлөшө, сөнки ул халыҡ менән диалогта булыу һәм кире бәйләнеште алыу сараһы. Был өлкәлә эшемде дауам итәсәкмен», - тип яҙған ул һәм подписчиктарына уның яҙмалары менән ҡыҙыҡһынғандары өсөн рәхмәтен белдергән. «Лайк»тар һәм һорауҙар ҡарар ҡабул иткәндә ярҙам итә», - тигән ул.