

Сараны Башкортостан Республикаһы мөғариф министрлығы иғлан итте. Һәр мәктәптә ҡыҙҙар берәй төрлө башҡорт милли ашын бешерҙе.
2-се мәктәптә 10 класс ҡыҙҙары мәктәп ашханаһы ашнаҡсыһы И. Дәүләтйәнова етәкселегендә өсмөйөш бешерҙе. 1-се мәктәп 7 класс ҡыҙҙары хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы Г. Шәрипова менән "ҡош теле" тип аталған татлы ризыҡ бешерҙе. Башҡорт гимназияһында ла флешмобҡа 7 класс ҡыҙҙары ҡушылды. Улар ойоштороусы педагог, хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы Л. Фәтхетдинова менән картуф ҡыҫтыбыйы бешерҙе. Милли ризыҡтар бешеп сыҡҡас, ҡыҙҙар бергәләп тәмләп сәй эстеләр. Флешмоб өсөн төшөрөлгән фотоларын махсус хештегтар менән социаль селтәрҙәрҙә ҡуйҙылар.