Ҡурай
+16 °С
Облачно

Исемең матур, кемдәр ҡуйған?

Ағиҙел ҡалаһының Үҙәк китапханаһында эшләп килгән "Аулаҡ өй" клубының сираттағы ултырышы исемдәргә бағышланды. 

Исемең матур, кемдәр ҡуйған?Исемең матур, кемдәр ҡуйған?
Исемең матур, кемдәр ҡуйған?

Сараның эпиграфы итеп "Райхан" халыҡ йыры юлдары алынды: 

Аҡлы ситса күлмәгемдең

Яғаларын кем уйған?

Исемең матур, кемдәр ҡуйған,

Һине күреп кем туйған.

Татар-башҡорт халҡы элек-электән яңы тыуған балаға исем ҡушыуға ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған. Исеме есеменә тура килә торған матур эстәлекле  еңел һәм аныҡ әйтешле исемдәр бирергә тырышҡан. Яңы тыуған сабыйға ҡушыу өсөн исем эҙләгәндә ул исемдең йыйнаҡ, матур әйтешле, яҡшы мәғәнәле, аһәңле булырға тейешлеген иҫтә тотоу зарур булған. Күркәм исемдәрәбеҙ күп булғанға, һәр бер ата-әсә шулар араһынан үҙенә оҡшағанын, зауығына тура, күңеленә хуш килгәнен, әлбиттә, заман талаптарына тура килгәнен һайлай алған. 

Балаға исем ҡушыу - еңел эш түгел. Бала тыуғас өйгә, ғаиләгә яңы йәм, ҡыуаныс, бәхет өҫтәлә. Шуның менән бергә яңы тыуған бала ата-әсәһенә яңы мәшәҡәттәр килтерә. Шуларҙың  иң беренсеһе - балаға исем ҡушыу. Балаға ниндәй исем бирергә? Был һорау ата-әсәне, өлкән туғандарын - һәр береһен борсой. Сөнки исем кешегә бергенә мәртәбә бирелә һәм уның ғүмерлек юлдашына әүерелә. Һәр кеше үҙ исеменә шул ҡәҙәр күнегә ки, ул тыуған телендә иң матур, иң ғәзиз һүҙ булып тойола. 

Күп кенә татар-башҡорт исемдәре ике өлөштән тора Ай-һылыу, Ай-гөл, Ай-нур, Гөл-наз.  Ҡайһы бер имемдәр аҫылташҡа тиңләп ҡуйылған; Зөбәржәт - уңыш, Алмаз - сафлыҡ билгеһе, Фирүзә сәләмәтлекте аңлата. Һуңғы йылдарҙа балаларға элекке исемдәр ҡуша башланылар. Был бик күңелле күренеш, сөнки милләттең үҙенсәләге, төҫө исемдәрҙә һаҡлана бит. Мәҫәлән Ислам, Әмир, Мөбәрәк, Гөлсөм, Муса, Мәрйәм.  Был исемдәр - ғәрәп исемдәре, яңрышаштары ла матур. 

Кисәгә "Нур" мәсетендә эшләп килгән Рәмил хәҙрәт саҡырылды. Ул исем ҡушыу йолаһы тураһында өйләп, Ҡөръән уҡып, аҙан әйтте.

Шунан Римма һәм Рәсим Төхбәтуллиндар балаға исем ҡушыу йолаһының бер өлөшөн сәхнәләштереп күрһәттеләр. Аҙаҡ саҡырылған ҡунаҡтар үҙәренең исемдәре, балалары, ейәндәренә нисек исем ҡушҡандары тураһында һөйләнеләр. Римма Төхбәтуллина исеменең бер хәрефен алыштырыуы ниндәй мәшәҡәттәргә килтергәнен бәйән итте. Күптәр балалары рус исемдәре биргәнен яратмайынса, үҙҙәренсә, татар-башҡортса атай.  Мәҫәлән, Викторияны олатай-өләсәһе  Бикә тип йөрөтә икән. Һирәк осрай торған Хафаса исемен исем хужаһы кескәй сағынан яратмаған. Ләкин әсәһа Хафаса - Пәйғәмберҙең икенсе ҡатыны булғанын әйткәс, исеменә күнгән.

Электән исемдәрҙе ауыл советтары сәркәпитәре лә күп боҙған. Бер ауылда балаға Баязит тип исем ҡушабыҙ тигәс, сәркәтип метриҡаға Баязитбикбай тип яҙып биргән. Исемдәр серле көскә эйә икәнен иҫбатлап миҫалдар килтереүселәр ҙә булды. Бер балаға атаһының ағаһы исемен биргәндәр. Ул аға 44 йәшендә вафат булған. Уның исеменән йөрөткән ир ҙә шул уҡ йәшендә үлеп киткән.  

Бына ошондай ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләй-һөйләй, килгән ҡунаҡтар кисәне сәй табыны артында дауам иттеләр. Рәсим Төхбәтуллиндың тальян гармунына ҡушылып, матур йырҙар йырланылар. 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас