Ҡурай
0 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
6 Февраля 2022, 12:26

Ағиҙелдә балыҡсылар ярышы үтте

Ағиҙел йылға-күлдәр араһында урынлашҡанлыҡтан, бында балыҡ тотоу менән мауыҡҡан кешеләр бик күп. Боҙ аҫтынан балыҡ тотоу фестивале ҡаланың визит карточкаһына әүерелеп бара тиһәк тә, яңылыш булмаҫ. Бер нисә йыл рәттән инде был фестиваль регион-ара статусында үтә. Бында күрше Татарстан, Удмуртия республикаларынан, Пермь өлкәһенән балыҡсылар киләләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ағиҙелдә балыҡсылар ярышы үттеАғиҙелдә балыҡсылар ярышы үтте
Ағиҙелдә балыҡсылар ярышы үтте

Быйылғы фестиваль “Тыныс гавань” ял итеү базаһында үтте. Унда ике тиҫтәнән артыҡ  балыҡсы ҡатнашты.

Фестивалде физкультура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге ойоштора. Унда иң етеҙ, иң күп  балыҡ тотоусыны билдәләйҙәр. Тағы иң йәш балыҡ тотоусыларҙы, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ғаилә менән килгәндәрҙе бүләкләйҙәр.

Быйыл фестивалдең еңеүсеһе Илдар Файрушин булды. Ул фестивалдә алтынсы тапҡыр ҡатнаша, үткән йылдарҙа төрлө номинациялара еңеү яулаһа, быйыл абсолют еңеүсе булды. 

Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Венер Мөхитов тәмле былау һәм ҡанар сәй менән һыйланы.

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас