+9 °С
Облачно


2021 йылда бөтәһе 454 граждандар торошо акты теркәлгән. Шулар иҫәбендә 83 тыуыу тураһында таныҡлыҡ бирелгән. Был 2020 йылға ҡарағанда туғыҙ актҡа кәмерәк. Ғәҙәттәгесә, малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда күберәк тыуған – 46 малай һәм 35 ҡыҙ.
Ағиҙел ата-әсәләре иң йыш һайлаған ҡыҙ исеме – Арина, малайҙарға Әмир, Мансур, Кәрим, Раян исемдәрен һайлағандар.
Һирәк осрай торғандарҙан ағиҙелдәр ҡыҙҙарына Самина, Аида, Ярослава, Саида, Эмилия, Ассель, Евангелина, Виолетта, Севиль, Жасмина исемдәрен, малайҙарға Эмир, Радель исемдәрен ҡушҡандар.