Ҡурай
+24 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
15 Февраля 2022, 09:53

Яугирҙар хәтеренә

15 февралдә  Рәсәйҙә Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән яугирҙәре иҫкә алыу көнө билдәләнә.

Яугирҙар хәтеренәЯугирҙар хәтеренә
Яугирҙар хәтеренә

Был дата  32 йыл элек, 1989 йылдың 15 февралендә, совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға арналған. 1979-1989 йылдарҙа ошо илдәге хәрби хәрәкәттәрҙә 15 мең самаһы совет һалдаты һәләк булған.

2011 йылда Рәсәйҙә был көнгә рәсми статус бирелде.

Ағиҙелдә Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән яугирҙәргә һәйкәл бар. Бөгөн шул һәйкәл янында митинг үтте.

Ил тарихына битараф булмаған ағиҙелдәр, ҡала хакимиәте башлығы һәм хеҙмәткәрҙәре, ойошмалар һәм учреждениелар етәкселәре, студенттар, уҡыусылар һәләк булған яугирҙарҙы  тыныслыҡ минуты менән хәтерләне һәм һөйкәл алдына сәскәләр һалды.

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас