

Ҡоймаҡ – Масленица байрамының төп һыйы, сөнки ул ҡояшты символлаштыра, ә ҡояш – Масленицаның символы.
Быйыл ҡалала беренсе тапҡыр хәйриә ҡоймаҡ фестивале үтте. Уны мәҙәниәт бүлеге менән Йәштәр советы ойошторҙо.
Фестивалдә мәктәптәр, балалар баҡсалары, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, «Савитар» балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәге, мәҙәниәт бүлеге коллективтары, Йәштәр советы ағзалары һәм ҡала депутаттары, «Әүҙем оҙон ғүмерлелек» һәм «Беҙ бергә» йәмәғәт ойошмалары әүҙем ҡатнашты.
Үҙәк ҡала китапханаһы һәм «Савитар» балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәге хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн уйындар ойошторҙо.
Концерт программаһы һәм театрлаштырылған тамашаны «Иҙел» мәҙәниәт йорто коллективы күрһәтте.