+19 °С
Облачно


Яңауылда 1944 йылда авиаһәләкәттә һәләк булған Фәрит Рәхимйән улы Саттаровтың туғандарын эҙләйҙәр. Бындай үтенес менән «Талалихинцы» региональ-ара илһөйәр йәмәғәт ойошмаһы һәм Мәскәүҙән «Обелиск» эҙләнеү отряды мөрәжәғәт итә.
Фәрит Саттаровтың 1926 йылда тыуыуы, Яңауыл район хәрби комиссариатынан 1943 йылдың 6 ноябрендә хеҙмәткә алыныуы, 1944 йылдың 12 авгусында Силәбе өлкәһендә һәләк булыуы билдәле.