Һөйкөмлө заттарға сәскәләр

Ағиҙел ҡалаһында Юнармиясылар менән Йәштәр советы ағзалары ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 март байрамы менән үҙенсәлекле ҡотланы.

Һөйкөмлө заттарға  сәскәләрҺөйкөмлө заттарға  сәскәләр
Һөйкөмлө заттарға сәскәләр

8 мартта Юнармиясылар ҡала урамдары буйлап  «Һылыулыҡ  километрын» үттеләр. Юлда осраған гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотлап, ләлә сәскәләре бүләк иттеләр.

Йәштәр советы ла ҡыҙыҡлы акция үткәрҙе. Улар ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡыҙыл келәмдән атлатып, матур теләктәр теләне, һәм шулай уҡ ләлә сәскәләре бүләк итте. Был мәлдә гүзәл заттарыбыҙ үҙҙәрен ысын йондоҙ кеүек хис итте.

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас