Этнография залы асыу сараһында ошондай кешеләр килеп, сығыш яһанылар. Улар үҙ милләттәренең кейеме, йолалары, аш-һыуы туарыһында һөйләне. Кисәне Балалар сәнғәт мәктәбе педагогы Светлана Назарова етәкләгән “Ассоль” ансамбле “Рәсәй – минең тыуған илем” йыры менән асып ебәрҙе. Тамара Чепкасова рус халҡында популяр булған “Ырымбыр мамыҡ шәле” йырын, Мария Медведских мари телендә, Елена Шигапова удмурт телендә йырҙар башҡарҙы. Гөлназ Хөснөтдинова башҡорт бейеүен бейене, Рәсим Төхбәтуллин гармунда татар халыҡ моңдарын уйнаны.
Музей етәксеһе Әлфиә Дәүләтова экспонаттар бүләк итеүселәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы. Музейға рәхим итегеҙ!