Ҡурай
+12 °С
Облачно

Ағиҙел “Сәләмәт тормошҡа табан 10 000 аҙым” акцияһына ҡушылды

Ағиҙел ҡалаһы халҡы сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтыла. Һәр йәкшәмбе “Әүҙем оҙон ғүмерлелек” клубы ағзалары күп километрлыҡ походтарға йөрөй. Кистәрен скандинав таяҡтары менән урамда йөрөүселәр ҙә йыш осрай.

Ағиҙел “Сәләмәт тормошҡа табан 10 000 аҙым” акцияһына ҡушылдыАғиҙел “Сәләмәт тормошҡа табан 10 000 аҙым” акцияһына ҡушылды
Ағиҙел “Сәләмәт тормошҡа табан 10 000 аҙым” акцияһына ҡушылды

 2 апрелдә Ағиҙел халҡы  "Сәләмәт тормошҡа табан 10 000 аҙым” Бәтә Рәсәй акцияһына ҡушылды.

Сараны асыу тантанаһы  ҡала дауаханаһы алдында үтте. Теләүселәр ҡан баҫымын, ҡанда кислород күләмен үлсәтә алды, шулай уҡ  ВИЧ-ҡа анализ биреү һәм ПЦР-тест үтеү мөмкинлеге булды. Бергәләп гимнастика эшләгәндән һуң, акцияла  ҡатнашыусылар Сәләмәтлек һуҡмағы буйлап ҡала биләмәһен йәйәү ураны.

Саранан барыһы ла күтәренке кәйеф, сәләмәт йәшәү дәрте менән таралышты.

 

 

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас