

Конкурста ике ғаилә – Нуретдиновтар һәм Хәкимовтар ҡатнашты.
“Визит карточкаһы” конкурсында улар ғаилә тарихы тураһында һөйләне, ғаилә гербы менән таныштырҙы.
“Бергәләп эшләйбеҙ” конкурсында балаларҙы ижады менән таныштырҙылар, “Ғаилә кухняһы” конкурсында иң яратҡан аш-һыуҙы бешереп алып килеп, жюриға тәҡдим иттеләр.
Ижади конкурста ғаиләләр үт таланттарын күрһәтте. Нуретдиновтар әсәләре Альбина Дамир ҡыҙы менән бергәләп “Ромашкалар” бейеүен башҡарҙы. Ә Хәкимовтар класташ уҡыусылары менән бергәләп театраль постановка күрһәтте.
Иң яҡшы опекун ғаиләһе тип Нуретдиновтар танылды, Хәкимовтар “Ғаилә – илһам сығанағы” номинацияһында бүләкләнде.