Ҡурай
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
12 Апрель 2022, 14:33

«Космос мажараларын» ҡарарға килегеҙ!

Ағиҙел ҡалаһы «Савитар» балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәгендә Космонавтика көнөнә бағышланған күргәҙмә асылды.

«Космос мажараларын» ҡарарға килегеҙ!
«Космос мажараларын» ҡарарға килегеҙ!

Сарала  5 йәштән башлап 14 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашты.  «Космос мажаралары» тип аталған конкурста   «Космос тураһында пластилин хыялдар», «Космосты һүрәткә төшөрәбеҙ», «Инженерҙар һәм уйлап табыусылар», «Космос яһалмалары», «Стена гәзите» номинацияларында йөҙләгән эш ҡатнашты. Балалар акварель, гуашь, ҡәләмдәр һәм фломастерҙар менән һүрәттәр төшөргән, пластилин һәм башҡа материалдарҙан сувенирҙар эшләгән. Юрий Гагарин портреттары,  Марс пейзаждары, космос караптары, осоусы объекттар, сит планеталарҙа йәшәүселәр менән осрашыуҙар, космоста йәшәгән хайуандар – балалар фантазияһының сиге юҡ. Бындай конкурстар балаларҙы хыялланырға, фантазияларға бирелергә, юғары маҡсаттарға ирешергә өйрәтә.

Күргәҙмә 15 апрелгә тиклем эшләй. Конкурстың һөҙөмтәләре лә ошо көндә билдәле буласаҡ,  еңеүсе һәм призерҙар дипломдар менән бүләкләнәсәк, сарала ҡатнашҡан бөтә бала ла сертификат аласаҡ.

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас