Ҡурай
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
23 Апрель 2022, 09:29

Ағиҙелдә «Әүҙем оҙон ғүмерлелек» форумы үтте

20 апрелдә Ағиҙелдә  «көмөш йәштәге» активистар йыйылды. Улар Нефтекама, Яңауыл ҡалаларынан, Краснокама, Ҡалтасы, Тәтешле райондарынан килде. Был тәжрибә менән уртаҡлашыу сараһы булды.

Ағиҙелдә «Әүҙем оҙон ғүмерлелек» форумы үтте
Ағиҙелдә «Әүҙем оҙон ғүмерлелек» форумы үтте

Сарала Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡатнашты. Ул республикала тормошҡа ашырылған «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проекты тураһында ентекләп һөйләне, активистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Ҡала һәм райондарҙан килгән клубтар етәкселәре үҙ эштәре менән таныштырҙы. Ағиҙелдә эшләп килгән  «Әүҙем оҙон ғүмерлелек» клубы менән Владимир Порсев таныштырҙы, Ҡалтасынан - Светлана Куклина, Краснокаманан - Владислав Салтынбаев менән Римма Килина, Тәтешленән - Илһөйәр Нағуманова, Яңауылдан Илһөйәр Проскурякова сығыш яһаны. Килгән ҡунаҡтар презентация менән генә сикләнмәне, концерт номерҙарын да бүләк итте.

Сараның икенсе өлөшөндә оҫталыҡ кластары үтте. Байрам «Күңелле старттар» менән тамамланды.

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас