

Революцияға ҡаҙәр Николо-Березовка һәүдәгәрҙәр Федоровтың атаҡлы амбары булған. Уның бер башы Оло һәүдәгәрҙәр икенсе башы Кесе һәүдәгәрҙәр урамдарына сыҡҡан. “Кесе шәһәрҙәр һәм тарихи биҫтәләрҙең ҡулайлы мохиты " программаһы буйынса төҙөкләндереү эштәрен проектлаусылар был бинаны тергеҙергә ҡарар итә. Гәрсә уның ҡыҫҡа бер стенаһы фрагменты ғына иҫән булһа ла. Яңы амбар ағас таҡталарҙан төҙөлгән. Уның ҡапҡалары ла амардағыса ҡырыйҙан асыла. Тик эсендә иген түгел, ә һәүҙә рәттәре һәм кафе урнашасаҡ.
Унан күрше урнашҡан йорттоң тәҙрәләренә махсус полотно эләсәктәр – кисен ут яҡтыһында ул йорт эсендә бал барған күренеште хәтерләтеп торасаҡ. Биналардың береһендә музей урнашасаҡ.
Һәр 26 тарихи объектка да уның ҡыҫҡаса тарихы яҙылған стильле табличкалар эленгән. Ошондай уҡ стильдә стелла тарихи өлөшкә кергән урында ла тора.