Ҡурай
+14 °С
Болотло

Николо-Березовкала тарихи өлөштө төҙөкләндерәләр

Революцияға ҡаҙәр Николо-Березовка бай һәүдәгәрҙәр ауылы булған. Кама буйында ике урам теҙелеп киткән - Оло һәм Кесе һәүдәгәрҙәр урамдары. Түбән Кама һыу һаҡлағысының юғары нөктәһе күтәрелеп, һыу баҫыу ҡурҡынысы янай башлағас, бу урамдарҙы күсерәләр. Шуға ла ғасырҙарға төҙөлгән йорттар бөгөн емерек хәлдә.

Николо-Березовкала тарихи өлөштө төҙөкләндерәләрНиколо-Березовкала тарихи өлөштө төҙөкләндерәләр
Николо-Березовкала тарихи өлөштө төҙөкләндерәләр

Революцияға ҡаҙәр Николо-Березовка бай һәүдәгәрҙәр ауылы булған. Кама буйында ике урам теҙелеп киткән - Оло һәм Кесе һәүдәгәрҙәр урамдары. Түбән Кама һыу һаҡлағысының юғары нөктәһе күтәрелеп, һыу баҫыу ҡурҡынысы янай башлағас, бу урамдарҙы күсерәләр. Шуға ла ғасырҙарға төҙөлгән йорттар бөгөн емерек хәлдә. Шулай да һуңғы йылдарҙа улардың ҡайһыберҙәрен һатып алып, тергеҙҙеләр. Ә "Тора һәм шәһәр мөхите" милли проектының “Кесе шәһәрҙәр һәм тарихи биҫтәләрҙең ҡулайлы мөхите" программаһы буйынса барған күләмле төҙөкләндереү эштәре бистәнең был өлөшөнә икенсе һыулыш индереп, райондың йөҙөк ҡашына әйләнер шәт.
Әлеге ваҡытта Олы һәүдәгәрҙәр урамына юл һалыу эштәре тора. Былтыр был эште башлап ҡуйғандар ине. Бирелә эре таш юлы (был урамда йәшәүселәр йөрөр өсөн генә), бернисә махсус катламдан төҙөлгән велосипед юлы, ике яҡлап вак таш һибелгән йәйәүлеләр юлы буласаҡ.
Кесе һәүдәгәрҙәр урамын асфальтлау бурысы тора – машиналар ошонан йөрөйәсәк. Был урамдың теге башында үлән түшәлгән экопарковка, автобус туҡталышы һәм бәҙрәф бар.
Ә Олы һәм Кесе һәүдәгәрҙәр урамдары айырылып киткән был башта амфитеатр төҙөйҙәр.

Николо-Березовкала тарихи өлөштө төҙөкләндерәләр
Николо-Березовкала тарихи өлөштө төҙөкләндерәләр
Николо-Березовкала тарихи өлөштө төҙөкләндерәләр
Николо-Березовкала тарихи өлөштө төҙөкләндерәләр
Николо-Березовкала тарихи өлөштө төҙөкләндерәләр
Автор:Ирина Валиева
Читайте нас