Ҡурай
+15 °С
Дождь

Хуш, ветеран...

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әмирйән Нуруллин вафат булды

Хуш, ветеран...Хуш, ветеран...
Хуш, ветеран...

Бөгөн Яңауылда  Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әмирйән Нуруллин менән хушлаштылар. Уға март айында  95 йәш тулғайны.

Әмирйән Нуруллин фронтҡа 1944 йылда китә, егеткә ни бары ун ете генә йәш була. 1948 йылға тиклем хеҙмәт итә, яралана.

Тыныс тормошта 46 йыл водитель булып эшләй. Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләп үҫтерә.

Ветеран "Икенсе дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы" ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән.

Йәне йәннәттә булһын...

Хуш, ветеран...
Хуш, ветеран...
Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас