Ҡурай
+4 °С
Облачно

Ағиҙелдә Руслан Холбан иҫтәләгенә биш төр ярыш буйынса республика турниры үтте

13 майҙа Ағиҙелдә спецназ капитаны Руслан Холбан иҫтәләгенә күп төрлө саралар үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ағиҙелдә Руслан Холбан иҫтәләгенә биш төр ярыш буйынса республика турниры үттеАғиҙелдә Руслан Холбан иҫтәләгенә биш төр ярыш буйынса республика турниры үтте
Ағиҙелдә Руслан Холбан иҫтәләгенә биш төр ярыш буйынса республика турниры үтте

Руслан Холбан 2009 йылдың 13 майынса Дағстанда террористар менән алышта батырҙарса һәләк була. Күрһәткән батырлығы өсөн ул «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәт өсөн» ордены менән бүләкләнә.

 Ағиҙелдә ул уҡыған 1-се мәктәпкә Руслан Холбан исеме бирелә. 2016 йылда мәктәп бинаһында мемориаль таҡта асыла, музейҙа экспозиция ойошторола. Быйыл Руслан Холбан иҫтәләгенә бағышланған митинг 13-сө тапҡыр үтте. Унда ҡала хакимиәте башлығы Фәнис Ғилванов, ФСБ ветерандары, Русландың туғандары ҡатнашты. Митингынан һуң Батырлыҡ дәресе үтте. Унда 1-се Чечня кампанияһында ҡатнашҡан ФСБ ветераны Рөстәм Назмутдинов сығыш яһаны.

Быйыл ҡалала беренсе тапҡыр герой иҫтәлегенә биш төр ярыш буйынса республика турниры үтте.  Унда Өфө, Нефтекама, Ағиҙел командалары ҡатнашты. Йәш спортсылар йөҙөү, атыу, йүрегеү һәм фехтование буйынса көс һынашты. Биш төр ярышҡа конкур ҙа инә, әммә Ағиҙелдә ундай ярыштар үткәреү өсөн мөмкинлектәр әлегә юҡ.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды Нефтекама командаһы яуланы, икенсе, өсөнсө һәм дүртенсе урындарҙы Өфө спорсылары яуланы. Ағиҙелдәр  бишенсе урында булды – биш төр ярышта беҙҙең спорсылар беренсе тапҡыр көс һынашты – уңыштар алда әле!  

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас