Ҡурай
+25 °С
Облачно

Ағиҙелдә «Виват, Рәсәй!» конкурсы үтте

Ағиҙелдә хәрби-патриотик тәрбиә биреү традициялары яҡшы үҫешкән. Ҡалала үткәрелгән сараларҙың иң сағыуы – «Виват, Рәсәй!» конкурсы.

Ағиҙелдә «Виват, Рәсәй!» конкурсы үттеАғиҙелдә «Виват, Рәсәй!» конкурсы үтте
Ағиҙелдә «Виват, Рәсәй!» конкурсы үтте

Был конкурс ғәҙәттә Еңеү көнө алдынан үткәрелә ине, быйыл төрлө сәбәптәр буйынса кисектерелде һәм 16 майҙа үтте.

Унда биш команда ҡатнашты: 1-се мәктәптең «Витязи» командаһы, 2-се мәктәптең «Виктория», Өфө яҡыулыҡ-энергетика колледжының Ағиҙел филиалынан «Варяг» командаһы, башҡорт гимназияһы ике команда әҙерләне: «Патриоттар» һәм «Аврора» ҡыҙҙар командаһы.

Конкурс строй һәм йыр смотрынан башланды. Аҙаҡ командалар визит карточкаларын күрһәтте. «Аврора» командаһы ошо ике конкурста ғына ҡатнашып, рәхмәт хатына лайыҡ булды.

Ҡалған ярыштарҙа команда ағзалары ҡатнашты. Егет һәм ҡыҙҙар  санитар ярышында, граната ырғытыуҙа, гер күтәреүҙә, перекладинала күтәрелеүҙә, арҡан тартышыуҙа, йүгереүҙә, янғын һүндереүселәр конкурсында, хәрби викторинала көс һынашты.

Һөҙөмтәлә беренсе урынды «Виктория» командаһы яуланы, икенсе урында «Витяздар» булды, өсөнсө урын «Варяг» командаһына бирелде.

Бөтә командалар ҙа маҡтау ҡағыҙҙары һәм төрлө бүләктәр менән бүләкләнде. Бындай  саралар илһөйәрлек, физик яҡтан ныҡ булырға ынтылыш, коллективлыҡ рухын, дуҫлыҡ тойғоһон тәрбиәләй.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас